1-се Май хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө алдынан эшсе һөнәр эйәләре, юғары квалификациялы белгестәр үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны - Республика профсоюздар йортона йыйылды. Улар алдында Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары Лира Иғтисамова сығыш яһаны. Хөкүмәт, Башҡортостан профсоюздары, эш биреүселәр араһындағы өс яҡлы килешеү нигеҙендә ойошторолған конкурс һөҙөмтәләре буйынса дүрт тиҫтәгә яҡын еңеүсегә «Үҙ эшенең оҫтаһы» тигән иҫтәлекле билдә һәм диплом тапшырылды.
2023 йыл Рәсәй ирекле профсоздары тарафынан социаль парнерлыҡты үҫтереү һәм нығытыу йылы тип иғлан ителде. Башҡортостанда социаль парнерлыҡтың быйыл 30 йыллығы билдәләнә. Республикала 2010 йылдан үткәрелгән «Эшләүсе әсәләргә иң яҡшы предприятие» республика конкурсы, уларҙы төрлө йүнәлештәге социаль яҡлау саралары маҡсатлы эш һөҙөмтәһе. Эшләүсе әсәләргә уңайлы шарттар тыуҙырып бүләкләнеүселәр араһында Октябрьский ҡалаһының «Ғаилә» көнбайыш район-ара үҙәге предприятиеһы ла бар.