Өфөлә Пугачев урамында дүрт һыҙатлы транспорт хәрәкәте була

Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министры социаль селтәрҙә ремонт барышы менән таныштырҙы. Александр Клебанов яҙыуынса, Ағиҙел яры буйлап Пугачев урамы киңәйтелә, Генерал Рыленко урамы менән киҫелешкән урында транспорт айырсаһы төҙөлә. “Көньяҡ ҡапҡа” проекты – стратегик транспорт объекттарынан иҫәпләнә. Ул 2024 йылдың уртаһында, Өфөнөң 450 йыллығына, файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.