Башҡортостанда абитуриенттар 5 йүнәлеш буйынса документтар тапшыра ала

Быйылдан шундай үҙгәреш көсөнә инә. Быға тиклем егеттәр һәм ҡыҙҙар 10 йүнәлеште һайлай ала ине. Шул уҡ ваҡытта буласаҡ студенттарға 5 юғары уҡыу йортона документтар тапшырырға рөхсәт ителә. Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова әйтеүенсә, сығарылыш уҡыусылары күберәк техник һәм гуманитар йүнәлештәргә өҫтөнлөк бирә. Берҙәм дәүләт имтихандарында ла ошоға бәйле фәндәр һайлай.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         Республикала быйыл юғары уҡыу йорттарында 13,5 мең бюджет урыны була.