Башҡортостанда майҙа спиртлы эсемлектәр һатыу сикләнә

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, законға ярашлы Һуңғы ҡыңғырау көнөндә республикала алкоголь һатыу тыйыла. Был датаны Мәғариф һәм фән министрлығы билдәләй. Ҡануниәткә ярашлы, Башҡортостанда Һабантуй байрамында, Йәштәр һәм Белем көндәрендә, Яңы йыл каникулы мәлендә спиртлы эсемлектәр һатыу сикләнә.