Александр Доставалов исемендәге батальон яугирҙары ялдан һуң махсус операция биләмәһенә юлланды

Башҡортостанға ялға ҡатйҡан һалдаттар Өфөнөң Орджоникидзе һәм Калинин райондары хәрби комиссариатынан махсус операция биләмәһенә оҙатылды. Александр Доставалов исемендәге батальон егеттәре ике аҙна дауамында яҡындары эргәһендә булып хәрби бурысын үтәргә юлланды.

Отпускыла саҡта ир-егеттәр эшләгән урындарына, мәктәптәрҙәге патриотик осрашыуҙарға барып өлгөргән. Егеттәр туплаған көстө, рухи күтәренкелекте, туғандары ебәргән посылкалар менән бергә алғы һыҙыҡта көтөп ҡалған иптәштәренә алып барып еткерәсәк.

Хәрби комиссариат янына егеттәрҙе оҙатыу өсөн уларҙың ғаиләләре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре йыйылды. Өләшләтә мобилизацияға саҡырылған һәм ирекле батальондар составына ҡабул ителгән хәрбиҙәргә ярты йыл һайын законлы ял ваҡыты ҡаралған.

Беҙҙең батальонға республика тарафынан бар яҡлап та ярҙам күрһәтелә. Аҙыҡ-түлек, хәрби кейем һәм кәрәк-яраҡтар даими килтерелә. Йыуыныу өсөн күсмә мунсалар, посылкалар өсөн рәхмәт әйтке килә. Гуманитар ярҙам йыш еткерелә.

«Луна» ҡушаматлы яугир, А.Доставалов исемендәге батальон штабы етәксеһе