Өфөнөң «Элемтәсе» лагерында урынлашҡан ваҡытлыса йәшәү үҙәгендә Донбасс, Мариуполь һәм Луганскиҙан күсеп килеүселәр өсөн саф һауала күңелле ял ойошторолдо. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы Ғафури районы Йәштәр советы менән берлектә бында йәшәүсе балаларға ҡыҙыҡлы уйындар, ярыштар үткәрҙе.
Конкурстарҙа ҡатнашыусыларҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы - тәмле туңдырма менән һыйланды. Балалар йәнһүрәт геройҙарын да оҡшатты - улар менән бергә йыр-бейеүҙәр башҡарып күңел асты. Ойоштороусылар тарафынан шулай уҡ гуманитар ярҙам да күрһәтелде: уҡыусы балаларға канцелярия тауарҙары, йәш әсәләргә балалар кейеме һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тапшырылды.