Республикала мәктәп туҡланыуына бәйле ялыуҙар кәмегән

Яуаплы ведомстволар белдереүенсә, был һуңғы 3 йылда алып барылған системалы эш һөҙөмтәһе. Мәктәп туҡланыуы сифатын контролдә тотоу һәм тема буйынса башҡа мәсьәләләргә арналған ултырыш Йәмәғәт палатаһында уҙҙы. Республика башлығы ҡушыуы буйынса, ошо йүнәлештәге мәсьәләләргә юғары иғтибар бүленә.

Һуңғы йылдарҙа республика мәктәптәре ашханалары ремонтланды, улар заманса техника һәм аҙыҡ-түлекте һаҡлау ҡоролмалары менән йыһазландырылды. Бешеренеү өсөн төбәктә етештерелгән сифатлы ризыҡтар ғына файҙаланыла. Сәләмәт туҡланыуға йүнәлтелгән менюҙы камиллаштырыуҙа ата-әсәләр ҙә ҡатнаша ала.

Республика уҡыусыларының яртыһынан күберәге мәктәптә бушлай туҡлана. Льготалы категорияға башланғыс класс, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, ата-әсәһе махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан уҡыусылар инә. Был тәңгәлдә эш артабан да дауам итәсәк.