Баш ҡалала боронғо һәм хәҙерге янғын һүндереү техникаһы күргәҙмәһе ойошторолдо

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығы был сараны йыл һайын ут менән көрәшеүселәрҙең һөнәри байрамы алдынан уҙғара. Ҡала халҡы янғын һүндереүселәрҙең бөгөнгө махсус техникаһы, раритет эш ҡоралдары менән танышты. Ҡыҙыҡһыныусыларға техниканы эстән дә ҡарау мөмкинелеге бирелде. Балаларға «Хәүефһеҙлек квесы» ойошторолдо. Тулыраҡ Айнур Кәбиров яҙмаһында.

Янғын һүндереү техникаһы күргәҙмәһе Инсафтың көтөп алған сараһы. Сөнки егет автомобилдәр моделдәре йыйыу менән мауыға. Әле уның коллекцияһында йөҙгә яҡын техниканың бәләкәсәйтелгән күсермәһе бар. Араларында иң яратҡандары янғын һүндереү машиналары, ти үҫмер. Бынан һуң аҡ ишекле сағыу ҡыҙыл машиналар артасаҡ ҡына.

Әйткәндәй, янығын һүндереү техникаһының ишектәре үткән быуаттың етмеш дүртенсе йылынан башлап аҡ төҫкә буяла башлай. Быға тиклем махсус техника тулыһынса ҡыҙыл була. Айбулат Ишназаров уларҙың иң боронғоларын йыя. Хәҙер машина моделдәре эшләүсенең коллекцияһында янғын һүндереүгә тәғәйенләнгәндәре генә йөҙ тирәһе.

Хәйер, янғын һүндереү техникаһы бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Балаларҙа ғына түгел, өлкәндәрҙә лә кабинаға инеп унда нимә барлығын ҡарау теләге бар. Сөнки был мөмкинлек бик һирәк эләгә һәм һәр күргәҙмәгә килгән һәр кеше был форсатты ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышты.

Айырыуса иғтибар боронғо техникаға. Үткән быуатта хеҙмәт иткән был машинала мәҫәлән бер генә ат көсө. Уның ҡарауы хеҙмәткәрҙәр икәү булған. Улар ҡул помпаһы ярҙамында мискәнән һыу һиптергән. Ҡараңғыла хәрәкәт итеү өсөн шәм яндырылған, среналар урынына ҡыңғырау.

Янғын һүндереүселәр эше лә ҡатмарлаша. Шуға күрә ҡотҡарыусылар баҡсасылар ширҡәттәре, ирекмәндәр менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Был документҡа ярашлы ут сығыуҙы иҫкәртеү эшенә йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә йәлеп ителәсәк.

Баҡса хәҙер бәләкәй генә йәйге йорт түгел, ә электр тәьминәте, газы булған ҙур коттедж булараҡ күҙ алдына баҫа. Хужалар ҙа килеп китеп кенә йөрөмәй, ә йыл әйләнәһенә йәшәй. Шуға күрә ҡотҡарыусылар эшенә талаптар ҙа арта. Был йәһәттән беҙ баҡсасылар ширҡәттәренә, ирекмәндәргә өмөт бағлайбыҙ. Берҙәм эш иткәндә генә янғындарҙы, ҙур бәләне иҫкәртә аласаҡбыҙ.

Марат Латипов, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе

Күргәҙмәгә килеүсе балаларға «Хәүефһеҙлек квесы» ойошторолдо. Унда ҡатнпшыусылар төрлө һынауҙарҙы үтеп ҡотҡарыу эше серҙәренә төшөндө. Бынан ары улар янғын хәүефһеҙлеге тураһында әҙ генә булһа ла күберәк белә. Ә инде хәбәрҙар- тимәк һаҡланған тигән әйтемде барыһы ла яҡшы хәтерләйҙер.

Айнур Кәбиров