Башҡортостанда быйыл 958 кеше талпан ҡаҙалғандан һуң дауаханаға мөрәжәғәт иткән. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был уҙған йылдарҙа ошо ваҡытта теркәлгәндән ҙурыраҡ һан. Май байрамдары ваҡытында тәбиғәткә сыҡҡанда иғтибарлы булырға кәңәш ителә.