Туристарҙы башҡорт мәҙәниәте менән таныштырыу буйынса тематик программа әҙерләнә. Круиз 8 майға тиклем дауам итә. Бөгөн рейс Түбәнге Новгородта башлана. Өфөлә “Мостай Кәрим” теплоходы ике көн тора, был ваҡыт эсендә пассажирҙарҙы экскурсиялар һәм Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” әҫәре буйынса фильмдың премьераһы көтә. Теплоход 309 пассажир өсөн иҫәпләнгән. Юғары технологик ҡорамалдар менән йыһазландырылған уңайлы дүрт палубалы лайнер “йылға-диңгеҙ” класына ҡарай.