Төбәк операторынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 274 бейек йортта 752 подъезд төҙөкләндерелә. Әле 48 торлаҡта ремонт бара. Комплекслы программаға ярашлы, подъездарҙа ишектәр һәм тәҙрәләр алмаштырыла, беренсе ҡатта иҙәнгә керамик плита түшәлә, диуарҙар буяла, яҡтыртҡыстар, яңы почта йәшниктәре ҡуйыла. Ремонт эшен махсус комиссия ҡабул итә. Унда фатир хужалыры ла индерелә.