Республика Дан музейындағы майҙансыҡта диктант яҙыусылар араһында йәштәр ҙә, өлкән быуын вәкилдәре лә бар. Ҡатнашыусыларға 45 минут эсендә Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы 25 һорауға яуап бирергә кәрәк. Дөрөҫ яуапты иң тәүҙә яҙыусыларға Ҡыҙыл майҙанда үткән Еңеү парадына билет тапшырыла. «Еңеү диктанты»н Рәсәйҙән тыш донъяның 45 илендә яҙалар. Һәр ҡатнашыусы сертификат, ә тарихты яҡшы белеүселәр диплом менән бүләкләнә. Хәрби Дан музейы акцияға әҙерлекте алдын уҡ башлаған, бында тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн лекториялар ойошторолған.
Еңеү диктанты республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә лә үтте. Баймаҡ районында илһөйәрлек акцияһы башҡа иҫтәлекле саралар менән үрелеп барҙы. Мәҫәлән, агросәнәғәт колледжында ойошторолған Еңеү диктантында ҡатнашыусылар Герой партаһын асыу тантанаһында ҡатнашты. Уҡыу йорто директоры Илдус Зәйнуллин әйтеүенсә, был парта артында колледждың иң яҡшы студенттары белем аласаҡ. Шулай уҡ йәштәр Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйзулла Әблүзин менән дә осрашты. Яу ҡаһарманы студенттарға фронт хәтирәләре тураһында һөйләне, теләктәрен еткерҙе.