Вице-премьер Ирек Сәғитов белдереүенсә, Еңеү көнөндә 130 меңдән ашыу кеше ҡатнашлығында төрлө саралар ойошторола. Именлек сараларын иҫәпкә алып “Үлемһеҙ полк” хәрәкәте булмай. Өфөлә 9 майҙа хәрби парад үтә. Бөтә район һәм ҡалаларҙа байрам уҙған урындары саперҙар һәм кинологтар тикшереп сығырға тейеш.