Сипайлово биҫтәһендә Максим Рыльский урамында яңы спорт бинаһына нигеҙ һалынды. Баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙә шул турала яҙа. Төҙөлөш “Бизнес-спринт” федераль проектына ярашлы алып барыла. Киләсәктә футбол манежы Киров районының Дыуан бульварында ла барлыҡҡа киләсәк. “Спорт объекттары Өфөнөң юбилейына әҙер була”, - тип яҙа Ратмир Мәүлиев.