Отпускта өйләнеп йәнә яу яланына. Мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алынған яугир ике аҙна элек Башҡортостанға ҡайта. Ял иткән осорҙа ул һөйгәненә тәҡдим яһай һәм шунда уҡ туй үткәрә.
Бөгөн йәш парҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов тәбрикләне. Ул төбәк башлығы Радий Хәбиров исеменән сәскә гөлләмәһе бүләк итте. Ғаилә башлығы йәнә хәрби бурысын үтергә юлланды. Ялға ҡайтҡан Ватан һаҡсыларын оҙатыу тантанаһы «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда үтте. Донбасҡа улар республика тарафынан бүленгән автобустарҙа ҡуҙғалды. Ошо уҡ транспорт саралары сираттағы төркөмдө алып ҡайтасаҡ.
Ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр күбәрәк ваҡытын ғаиләләренә бүлергә тырышҡан. Шулай уҡ улар мәктәптәрҙә һәм клубатарҙа ойошторолған осрашыуҙарҙа ҡатнашҡан. «Амур» ҡушматлы яугир ике аҙна буйы төҙөлөш эштәре менән булышҡан. Бар ниәттәрҙе лә бойомға ашарыу өсөн ваҡыт ҡына етмәне, ти ул.