Республика район-ҡалаларында һөнәри йүнәлеш биреү буйынса проект старт алды

Һаулыҡ һаҡлау министры башланғысы буйынса ойошторолған дәрестәр медицина учреждениеларында кадрҙарға ҡытлыҡты кәметеү, һөнәргә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Нефтекамала ойошторолған осрашыуҙа төбәк министрлығы ҡарамағындағы ведомстволар, урындағы колледж вәкилдәре һәм ҡаланың сығарылыш класс уҡыусылары ҡатнашты.

Әңгәмә барышында уҡыу йорттарындағы йүнәлештәр, эшкә урынлашыу мөмкинлектәре тураһында һүҙ барҙы. Ҡалала уңышлы эшләп килгән медицина кластары сиктәрендә үҫмерҙәр профилле предметтарҙы тәрәнерәк өйрәнеп, медицина учреждениеларында практик күнекмәләрҙә шөғөлләнеү мөмкинлегенә эйә. Былтыр ҡалала Бөрө медицина колледжы филиалы ла асылған.