Сәхнәгә мәҙәниәт усағы йырсылары, бейеү коллективтары, саҡырылған ҡунаҡтар күтәрелде. Концерт залы етәкселеге әйтеүенсә, быйылғы миҙгел сағыу тамашаларға, премьераларға бай булған. Ижади коллективтар төбәк һәм ил кимәлендәге бәйгеләрҙә юғары һөҙөмтәләр күрһәткән. Бынан тыш, быйыл тағы ла бер бейеү төркөмө ойошторолған.