Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн бал бейеүҙәре буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Үҙешмәкәр ансамбль бейеүселәре малай-ҡыҙҙарға концерт номерҙары күрһәтте, бейеү хәрәкәттәрен өйрәтте.
Ошонда уҡ шашка һәм шахмат буйынса турнир ойошторолдо, оҫтаханалар эшләне. Ҡыҙҙар мәрйен теҙергә, милли биҙәүестәр эшләргә өйрәнде. Социаль проект мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырырға, үҙ-ара аралашырға, дуҫтар табырға ярҙам итә. Күңелле саранан һуң балалар кинотеатрҙа йәнһүрәт ҡараны.