Башҡортостан янғын һүндереүселәре яңы техникалы булды

Бөгөн Өфөлә 4 автоцистерна асҡыстарын тапшырыу тантанаһы булды. Машиналар Әбйәлил, Ишембай, Баймаҡ, Шишмә райондарына юллана. Вице-премьер Ирек Сәғитов белдереүенсә, быйыл яҙ иртә килде. Ҡоро үлән янып китеүҙең 700-ҙән ашыу осрағы бар. Ирек Сәғитов алдынғы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Рәсәйҙә Янғын һағы көнө 30 апрелдә билдәләнә.