13 майға тиклем “Йәшел Башҡортостан” экология акцияһы уҙғарыла. Бөгөн һәм 13 май Берҙәм ағас ултыртыу көнө тип иғлан ителде. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, сарала 90 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә. 1 мең 700 берәмек техника йәлеп итеү ҡарала. Яҙғы акция барышында 24 мең ағас һәм 57 мең ҡыуаҡ ултыртыла. Башҡортостанда 64 тематик аллея барлыҡҡа килергә тейеш. Улар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм арҙаҡлы шәхестәргә бағышлана.