Аҡса Олимпия, Сурдлимпия, Паралимпия уйындары еңеүселәренә ҡарала. Хөкүмәттә ҡул ҡуйылған документҡа ярашлы, Рәсәй йыйылма комнадаһы менән беренсе урын алыусыларға ай һайын 30 мең һум түләнә. Икенсе урын өсөн - 25, бронза яулаусыларға 20 мең һум ҡаралған. Тренерҙарға ошо суммаларҙың яртыһы тәғәйенләнә.