Башҡортостанда яугирҙәрҙең яҡындары ла шифаханала бушлай ял итә ала

Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская шул турала белдерҙе. Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар шифаханаларҙа һаулығын нығыта ала. Юллама бушлай бирелә. Яугирҙәр ялы өсөн бюджеттан 100 миллион һум бүленгән. Бөгөнгә 100-гә яҡын ир-егет шифаханала һаулығын нығытып сыҡҡан.