Республика Башлығы Радий Хәбиров указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан мәктәп уҡыусылары өсөн йәйге һауыҡтырыу лагерҙарында ял ойошторола. Бының өсөн айырым комитет булдырылған. Уны беренсе вице-премьер – Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов етәкләй. Донбастан 2 меңдән ашыу бала Башҡортостанға ялға килер тип көтөлә. Быйыл республикала 1 мең 700-гә яҡын мәктәп, ҡала яны, профилле хеҙмәт лагеры асыла. Унда 500 меңгә яҡын бала ял итә аласаҡ.