Көндөҙ, сәғәт өстә "Башҡортостан" концерт залында тантаналы концерт ойошторола. Уны Башҡортостан телевидениеһы күрһәтә. Сәғәт 4-тә Совет майҙанында балаларҙың патриотик концерты башлана. Ошонда уҡ кисен сәнғәт оҫталары концерты була, тип хәбәр итәләр Мәҙәниәт министрлығынан. Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығы билдәләнә.