Ғафури районы үҙәгенән санитар авиация ярҙамында Өфөгә күсерелгән йәш әсә сабыйы менән бөгөн 34 көндән һуң өйҙәренә ҡайтарылды. Яңы Уренгой ҡалаһында йәшәүсе йөклө ҡатын тыуған яғына ҡайтҡас үҙен насар тоя башлай. Бер нисә ҡабат иҫен юғалтып, көҙән йыйырыуға бәйле табиптар консилиумға йыйыла. Һөҙөмтәлә ашығыс операция яһалғас ҡатын вертолет менән Өфөгә күсерелә. Перинаталь үҙәктә ул бер ай дауалана. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Элина Сөләймәнова улын бер минутҡа ла ҡулынан төшөрмәй. Ҡосағына алыуына ла бер-нисә көн генә. Бер килограмм да 320 грамм булып ваҡытынан алда донъяға килгән сабый быға тиклем табиптар күҙәтеүендә булған. Быға йөклө ҡатындың бер нисә ҡабат иҫен юғалтып, көҙән йыйырыуы сәбәпсе. Ике кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалыу маҡсатында Красноусол үҙәк район дауаханаһында кесарев киҫеме эшләргә ҡарар ителә. Операциянан һуң, Элина сабыйы менән Өфөгә санитар авиация ярҙамында күсерелә.
34 көн перинаталь үҙәктә дауаланған һуң, Элина бөгөн улы Ислам менән тыуған йорттарына ҡайта. Сабый бөгөн 2 килограмм да 100 грамға тиклем артҡан. Быға йәш әсә менән баланың яҡындары ла шат.
Иҙрисовтар бөгөн икенсегә олатай һәм өләсәй булды. Бер үк ваҡытта Өфөнөң икенсе бала табыу йортонда килендәренең ҡыҙы тыуған.
Азат Ғәлиуллин