«Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә быйыл 24 мең эре ағас, 57 мең ҡыуаҡ һәм үҫенте ултыртыу күҙаллана. Өфөнөң Ленин, Октябрь райондарында ла «Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһы ойошторолдо.
Ленин урамында 85 йыллыҡ бай тарихы булған «Башкиргеофизика» акционерҙар йәмғиәте алдында тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә арналған үҙенсәлекле аллеяға нигеҙ һалынды. Алмағас ултыртыуҙа тармаҡ ветерандары Башҡортостандың атҡаҙанған геологы Виктор Балдин, Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе Фәнил Ғабдрахманов, Өфө ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, хәрби комиссариат вәкилдәре ҡатнашты. Баш ҡаланың 450 йыллығына декоратив алмағастар Ленин урамына айырым йәм өҫтәр, ҡала халҡына һәм килгән ҡунаҡтарға иҫтәлеккә фотоға төшөү, ял итеү урынына әүерелер тип күҙаллана.
Аксаков урамында «Хәтер» аллеяһына нигеҙ 2019 йылда һалынғайны. Ҡаланы йәшелләндереү айлығының тәүге көнөндә бында тағы ла 20 алмағас ултыртылды. Ленин районында ғына «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә 363 ағас, 1094 ҡыуаҡлыҡ ултыртыу күҙаллана.
«Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһы 2019 йылда башланды. 4 йыл эсендә йәшелләндереү үҙ һөҙөмтәһен биргән: 713 меңдән ашыу ағас ултыртылған, 500-ҙән ашыу аллея барлыҡҡа килгән.
Өфөнөң Октябрь районында иһә ағастар әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре, депутаттар ҡатнашлығында «Атайсал» проекты сиктәрендә ултыртылды. Ҡаланың Урман техникумы һәм Дәүләткилдиев бульвары киҫелешендә «Йәшел утрау» булдырыуға Фәрит Ғиндуллин тос өлөш индерҙе. Спорт үҫеше өсөн янып көйөүсе шәхес баш ҡаланы йәшел һәм саф һауалы ҡалаға әүерелдереү маҡсаты менән яна.
Гүзәл Борханова