Янғын сығанаҡтарын асыҡлау осоштары ут сығыу хәүефе көсәйгән мәлдә айырыуса йышая. Бигерәк тә май байрамдары алдынан. Ҙур бәләне иҫкәртеү маҡсатында ойошторолған сараға БЮТ хәбәрселәре лә ҡушылды.
Юғарыла ултырам, йыраҡтан күрәм. Фәлән Фәләнов самолетта үҙенең автомобиленә ҡарағанда ла йышыраҡ йөрөй. Осоро шулай. Төбәктә янғын сығыу хәүефе көсәйеү менән уның осоштары ла йышая.
Кукурузник мең ике йөҙ метрлыҡ бейеклеккә күтәрелә. Был осраҡта тирә-йүн ҡырҡ саҡрымға тиклем асыҡ күренә. Төтөн сыҡҡан урын күрендеме, пилот яҡыныраҡ барып координаталарын билдәләй. Һуңынан эш ерҙәге ут менән көрәшеүселәргә тапшырыла.
Бөгөн маршрут Өфө-Йылайыр-Өфө. Ҡояш нығыраҡ ҡыҙҙырған һайын тап көньяҡ райондарҙа ут сығыу ихтималлығы арта. Ерҙә йылдан-йыл дым кәмеүе лә быға булышлыҡ итә. Ҡаулан бәләкәй генә осҡондан да гөлт итә торған мәл. Ғафури, Белорет, Бөрйән райондарында тауҙарҙа ҡар ятһа, Йылайырҙа хәүеф юғары. Беренсе тутҡалыш та тап ошо районда. Урындағы урмансылар әйтеүенсә, авиапутруль- янғындарҙы иҫкәртеү эшендә иң һөҙөмтәле алым.
Авиапутрулдән тыш Йылайыр урмандарын бейек башняларға ҡуйылған ике камера ла күҙәтә. Ике көн элек тап улар ярҙамында ут сығанағы асыҡланып тиҙ арала һүндерелгән. Видеокүҙәтеү ҡорлмаһынан алынған сигналдар тура Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә тапшырыла.
Бөгөнгө осошта бәхеткә күрә урман янғындары асыҡланманы. Ике урында сүп-сар быҫҡып ятыуы, Өфө районында баҫыу үләне төтәүе теркәлде. Ләкин урмансылар был сығанаҡтарҙы ла теркәп тейешле органдарға хәбәр итеп барҙы.
Айнур Кәбиров