Матур йолаға әүерелгән ярыш быйыл 5-сегә ойошторолдо. Әхәт Мотаһар улы ваҡытында киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре араһында сәләмәт тормошто пропагандалай, яратҡан спорт төрө волейбол була. Тап шуның өсөн дә «Юлдаш» радиоһы эгидаһы аҫтында йыл һайын уның иҫтәлегенә турнир уҙа.
«Республиканың алтын тауышы». Легендар Әхәт Мортазинды тап шулай тип йөрөтәләр. Олуғ шәхес, күп кенә алып барыусыларҙың остазы Әхәт Мотаһар улының спортҡа ылығыуы ла көслө була. Иртә таңдан төн уртаһына тиклем эшләгән диктор ҡатмарлы көн тәртибенә ҡарамаҫтан, спорт өсөн дә ваҡыт таба. Шуға күрә биш йыл элек, 59 йәшендә көтмәгәндә арабыҙҙан киткән замандашыбыҙ иҫтәлегенә йыл һайын уҙғарылған волейбол турниры уға хөрмәт билдәһе.
Әхәт Мортазин киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре араһында сәләмәт тормошто пропагандай. Волейбол уның иң яратҡан спорт төрө, үҙ командаһының алмаштырғыһыҙ капитаны була. Быйылғы ярышта «Юлдаш» радиоһынан тыш, Башҡортостан юлдаш телеканалы, Нәшриәт йорт һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары коллективтары сығыш яһаны.
Әхәт Мотаһар улы майҙанда ла, тура эфирҙа ла иң лайыҡлы көс булды. Күнекмәләргә байрамға кеүек йөрөнө. Хәҙер аталарының иңзге юлын балалары дауам итә. Йыл һайын турнирҙа Әхәт Мортазиндың улы ҡатнаша.
Турнир йомғаҡтары буйынса Башҡортостан юлдаш телевидениеһы командаһы еңеүсе булды, икенсе урынды - «башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары» яулаһа, «Юлдаш» радиоһы волейболсылары өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелде .
Илдар Байбулатов