Былтыр Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы республика бюджетын 13 миллиард 500 миллион һумға тулыландырырға ярҙам иткән. Күрһәткес алдағы йыл менән сағыштырғанда, ике ярым тапҡырға күберәк.
Был турала ведомство етәксеһе Наталья Полянская журналистар менән осрашыуҙа белдерҙе. Матбуғат конференцияһында билдәләнеүенсә, дәүләт ҡармағындағы ер участкаларын ҡуртымға биреүҙән һәм һатыуҙан килгән табыш күләме лә үҫкән. Был сумма 4 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Аукциондар иҫәбенең дә артыуы күҙәтелә. Сағыштырыу өсөн элекке йылдарҙа тиҫтәләгән аукцион үтһә, былтыр 1 мең 700. Быйыл һанды 2 мең ярымға еткереү планлаштырыла.
Осрашыуҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары тураһында ла һүҙ барҙы. Яугирҙар республиканың 9 шифаханаһында сәләмәтлеген нығыта, реабилитация үтә ала. Киләсәктә юлламаларҙы уларҙың ғаиләһенә лә биреү ҡарала. Наталья Полянская белдереүенсә, алғы һыҙыҡтағылар ялға ҡайтҡан арала яҡындарынан айырылырға теләмәй. Ә яңы ярҙам сараһы шифаханала бергә ял итеү мөмкинлеге бирә.