Башҡортостанда хеҙмәттәге хәүефһеҙлек мәсьәләләрен күҙ уңында тотҡан республика форумы ойошторолдо

Унда ҡатнашыусылар «2022-2023 йылдарҙа хәүефһеҙлек өлкәһендәге ҡануниәттәге үҙгәрештәр» мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Ошонда уҡ заманса шәхси һаҡланыу һәм һауыҡтырыу саралары күргәҙмәһе менән дә танышырға мөмкин ине. Яуаплылылғы сикләнгән «Восток-Сервис Башҡортостан» йәмғиәте форумдың тематик программаларға арналған өлөшөндә инновация проектын презентацияланы.

Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюздар лидеры ла үҙ сығышында Башҡортостандың сәнәғәт предприятиеларында хеҙмәтсәндәрҙең фажиғәле үлем осраҡтары кәмеүен билдәләне. Халыҡ-ара хеҙмәт һаҡлау көнө уңайынан төрлө тармаҡтарҙы етәкләүсе профсоюз лидерҙары һәм хәүефһеҙлек өсөн яуаплы белгестәр тәбрикләнде. Хеҙмәтсәндәр хәүефһеҙлеге һағында торған өс тиҫтәнән ашыу белгескә Маҡтау грамоталары, дипломдар тапшырылды.

Беҙҙең тармаҡта хеҙмәт урынында йәрәхәтләнеү һәм үлем осраҡтары кәмей. 2021 йылдан алып 6 осраҡтан икәүгә тиклем кәмене. Был беҙҙең химия тармағы һәм дәүләт инспекцияларының берлектәге тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе.

Александр Перменев, «РОСХИМПРОФСОЮЗ» төбәк ойошмаһының баш инспекторы