Яугирҙарға ял минуты. Баймаҡ районы Темәс ауылы мәҙәниәт йортонда махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан егеттәр менән осрашыу үтте.
Яугирҙарҙың туғандары һәм яҡындары ғына түгел, яҡташтары ла был минуттарҙы көтөп алған. Осрашыуҙа улар бер-береһенә һағыныуын, йылы һүҙҙәрен белдерҙе.
Фронт тәьҫораттарын телгә алғанда, яугирҙар тәү сиратта хеҙмәттәштәренең батырлығы тураһында һөйләргә ашҡынды. Ярты йыл егеттәрҙең һәр ҡайһыһы өсөн етди һынау һәм ил азатлығы өсөн фиҙаҡәрлек күрһәтеү осорона әйләнгән.
Район кимәлендәге осрашыу үткән Темәс ауыл биләмәһе вәкилдәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына тәүгеләрҙән ярҙам ҡулы һуҙған. Улар гуманитар ярҙам йыйып, егеттәр янына барып та ҡайтҡан.
Яҡташтар осрашыуын Темәс ауыл биләмәһе үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары һәм Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижады үҙәге артистарының сығыштары ла биҙәне. Тыуған ерҙән рухи көс, яҡташтар йылыһын алып егеттәр ҡабаттан хеҙмәт урынына юлланасаҡ.
Гөлдәрәиә Йосопова, Альбина Байегетова