Быйыл илебеҙ Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 78 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан Еңеү көнөн яҡынайтыусы ветерандар һәм тыл хеҙмәтсәндәре батырлығы тураһында һөйләүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Бөгөнгө геройыбыҙ - Саҡмағош районы Иҫке Үҙмәш ауылында йәшәүсе 95 йәшлек Рифғәт Баянов.
96 йәшен ҡыуыуға ҡарамаҫтан, Рифғәт Баяновтың һәр иртәһе яңылыҡтарҙан башлана. Радио һәм матбуғат баҫмалары аша ветеран илдә барған хәл-ваҡиғалар менән таныша. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға ни бары 14 йәш була. Аслыҡ, яланғаслыҡ, ауыр эш - ул осор балалары иңенә оло яуаплылыҡ ята. 17 йәше тулғас егет үҙ теләге менән һуғышҡа алына, конвой ғәскәрҙәренә тәғәйенләнә.
Һуғыштан ҡайтҡас Рифғәт Баянов бухгалтер курсын үтә, 30 йылдан ашыу колхозда эшләй. Дәһшәтле һуғыш шаңдауы тормош иптәше Әфидә Баянованы ла урап үтмәй. 6 балалы ғаиләлә иң өлкән ҡыҙға һуғыш осроноң ауыр йылдарында сынығып үҫергә тура килә. Ул Балаҡатай районына ФЗОға уҡырға ебәрелә, аҙаҡ май заводында мастер булып эшләй. Шул осорҙа буласаҡ тормош иптәше менән таныша.
Әфидә менән Рифғәт Баяновтар 5 балаға ғүмер бирә, бөгөн улар ейән-бүләсәләре уңыштарына һөйөнөп йәшәй. Ветерандар үҙ аллы ғүмер итә, хәрәкәттә - бәрәкәт тип, йорт мәшәҡәттәрен дә башҡара. Ғүмерҙәренең 96 яҙын улар илгә тыныслыҡ теләп ҡаршылай, сөнки еңеү хаҡы ни тиклем ҡиммәт булыуын улар үҙ иңендә татыған.
Лилиә Мәҡсүтова