«Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Дуҫлыҡ иле биҙәктәре» тип исемләнгән асыҡ республика балалар халыҡ хореография конкурс- фестиваленә йомғаҡ яһалды.
Фестивалдә ҡатнашыусылар башҡорт, татар, рус, сыуаш һәм башҡа халыҡ бейеүҙәрен башҡарҙы. Дүртенсе йыл рәттән уҙғарылған мәҙәни конкурсҡа быйыл утыҙҙан ашыу ғариза ҡабул ителгән. Уларҙың иң-иңдәре гала-концертта сығыш яһаны.
Киләсәктә фестивалдең географияһы киңәйер тип көтөлә. Ойоштороусылар билдәләүенсә, Ырымбур һәм Силәбе өлкәһенән ҡатнашырға теләүселәр бар.
Гала-концертта ун биштән ашыу ижади коллектив сығыш яһаны. Республика төбәктәренән килгән ансамблдәрҙең бейеүҙәре төрлө номинациялар буйынса баһаланды. Гран-приға Ҡырмыҫҡалы районы «Далан» өлгөлө бейеү ансамбле лайыҡ булды. Улар йөҙ мең һум менән бүләкләнде, башҡа призлы урын яулаусылар ҙа аҡсалата сертификаттар алды.