Ауырғазы районында «Меркет уҡсылары» тип исемләнгән турнир мәргәндәрҙе йыйҙы

Күләмле спорт сараһына Башҡортостандың көньяҡ ырыуҙары вәкилдәре - традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса асылған түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүселәр саҡырылды. Сәмле ярышҡа БЮТ ижади төркөмө лә шаһит булды.

Ҡараштары етди, еңеүгә ышаныстары көслө. Әле балалар баҡсаһына ғына йөрөгән малай-ҡыҙҙарҙың ҡулында уҡ-йәйә күреү үҙе бер ғорурлыҡ тойғоһо. Берәүҙәре бер-ике аҙна элек кенә, икенселәре ярты йыл элек сәпкә ата башлаған. Дәүләкәндән Һәҙиә Әхмәҙиева ла тәүге тапҡыр турнирҙа ҡатнашып, уңышлы сығыш яһаны.

Уҡ атыу буйынса турнирға тотош ғаиләләре менән килеүселәр күп. Өлкәндәр һәм балалар айырым категорияларҙа ярыша.

Турнирҙың Талбазыла ойошторолоуы осраҡлы түгел. Былтыр декабрҙә «Мәргән уҡсының туғыҙ көньяҡ ырыуы» проекты сиктәрендә урындағы белем усағына йәйә, уҡ-һаҙаҡтар, сәптәр тапшырыла. Башҡортостан башлығы Грантына тормошҡа ашырылған ярҙамдан һуң Фәим Ғайсин түңәрәк ойоштороп, балаларҙы ғына түгел, уларҙың ата-әсәләрен дә спортҡа ылыҡтыра. Хәҙер республика кимәлендәге ярыштар уҙғарыу өсөн дә барлыҡ шарттар бар.

«Меркет ырыуы уҡсылары» турнирын ойоштороусылар йәш быуында тыуған илгә, тарихҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Уҡтан атыу спорт төрө булараҡ үҫмерҙең рухи һәм физик үҫешенә лә ыңғай йоғонто яһай.

Шулай ҙа майҙанда дуҫтарса мөнәсәбәт хакимлыҡ итте. Малай-ҡыҙҙар өлкәндәрҙең оҫталығына ҡарап ҡанатланды, тәжрибә тупланы.

Ярышта йәшкә ҡарап сәптең алыҫлығы ла төрлө, әйтәйек кескәй төркөм биш метр арауыҡҡа баҫһа, өлкәндәр уҡты 15-18 метрҙан тороп ата. Турнирҙың үҙенсәлеге шунда, бында шөғөл менән яңы ғына мауыға башлаусылар куп.

«Меркет ырыуы» уҡсылары билдәләүенсә, көс - берҙәмлектә һәм мәргәнлектә. Сәпкә тейеү өсөн ярыштарҙа даими ҡатнашыу мотлаҡ. Турнир еңеүселәре ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында айырым дүрт йәш категорияһында билдәләнде.

Гөлназ Хәйбуллина