Күренекле йәмәғәт эшмәкәре, педагог, дирижер, композитор Мәрйәм Солтановаға 85 йәш

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ишембай районы Маҡар ауылының балалар сәнғәт мәктәбе етәксеһен «Торатау» Конгрес-холл бинаһына ҡотларға яҡындары, уҡыусылары, хөкүмәт вәкилдәре йыйылды. Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы 25 йылдан ашыу тыуған ауылында үҙе асҡан сәнғәт мәктәбендә балаларға рухи һәм мәҙәни тәрбиә биреү менән шөғөлләнә, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәп.

«Тыуған ерем - яҙмышым» тип аталған юбилей кисәһендә Мәрйәм Солтанова ижад иткән һәм уның көйөнә һалынған йырҙар яңғыраны. Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы етәкләгән коллективтар бик күп фестивалдәр һәм конкурстар лауреаты. Үҙешмәкәр композиторҙың йырҙары район сәнғәт коллективтары репертурында оҙаҡ йылдар һаҡлана. Мәрйәм Солтанова Маҡар ауылы «Ағинәйҙәр ҡоро»ноң әүҙем ағзаһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Ишембай районының почётлы гражданины - бөгөн дә йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша.