Ағас үҫентеләре барлыҡ муниципалитеттарҙа ла ултыртылды. Берәүҙәр йәшелләндереү акцияһын төҙөкләндереү маҡсатында уҙғарһа, икенселәре уны төрлө тарихи даталарға бәйләне. Һөҙөмтәлә күҙ алдында тотош тематик аллеялар үҫеп сыҡты.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҡола ялан урынында шыршы аллеяһы. Һәр ағасты акцияла ҡатнашыусылар айырым тырышлыҡ менән ултырта. Аҡъярҙа өр-яңы аллея Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовҡа арнап ултыртылды.
Көндөң аяҙ һәм йылы тороуы акцияла ҡатнашыусыларҙың эшен тағы ла ыратты. Был көндө Хәйбулла районында 600-ләп төп ағас ултыртылды.
Акцияның мәғәнәһе ағас ултыртыуға ғына ҡайтып ҡалмай, тәү сиратта ауыл-ҡалалар халҡын йәшәгән ерҙәрен төҙөкләндереүгә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Баймаҡта, мәҫәлән, акция уҙғарыу урыны итеп үҙәк майҙан һайланғайны. Былтыр башланған төҙөкләндереү эштәрен майҙанға ағас ултыртыу тамамланы.
Шаран районы үҙәгендә йәшәүселәр был көндө үҙәк дауахана янындағы майҙанды йәшелләндерҙе. 300-ләгән кеше майҙанда ҡайын, миләш, муйыл һәм ҡарағай ағастары ултыртты.
«Йәшел Башҡортостан» акцияһы «Хәтер баҡсаһы» акцияһы менән бергә алып барыла. Һуңғыһында һәр үҫенте Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына арналған. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйына дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров Ишембайҙың Еңеү паркында ултыртҡан ағастарҙы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған олатаһына арнаны.
Яңауылда «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә тимер юлы вокзалы эргәһендә Байкал-Амур магистрале төҙөүселәренә арналған сквер үҫеп сыҡты. Был тәҡдим менән 20-се быуаттың күләмле төҙөлөшөндә ҡатнашҡан ветераандар сыҡҡҡан.
Ағастар - тере һәйкәлдәр кеүек һәм уларҙы булдырыуҙа һәр кем ҡатнаша ала. Ике этапта уҙған акцияның тәүгеһе 13 майға тиклем дауам итә. Республикала йәшәүсе һәр кемдең акцияла ҡатнашыуы хуплана.
Гөлдәриә Йосопова