1 Май байрамы уңайынан Радий Хәбиров һөнәр оҫталарына «Хеҙмәт ҡаһарманлығы» миҙалын тапшырҙы

Хеҙмәттәшлекте һәм эш кешеһен данлаусы байрам уңайынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һөнәр оҫталарына «Хеҙмәт ҡаһарманлығы» миҙалын тапшырҙы. Республика етәксеһе «Өфө - хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһына сәскә һалып Башҡортостанда йәшәүселәрҙе 1 Май көнө менән тәбрикләне. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.

Башҡортостанда хеҙмәт институтын үҫтереү өсөн ҙур өлөш индергән Мөхтәр Фәтҡуллин 1 майҙа 95 йәшен билдәләне. Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем ул төрлө ведомстволарға етәкселек итә. Хеҙмәт юлын ябай слесарь булып башлаған замандашыбыҙ БАССР Министрҙар советының Хеҙмәт һәм социаль мәсьәләләр, Сауҙа-сәнәғәт палатаһының эшҡыуарлыҡты үҫтереү идаралыҡтары етәксеһе һәм башҡа вазифаларҙа эшләй. 1-се Май байрамы уңайынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мөхтәр Хөрмәт улына «Хеҙмәт ҡаһарманлығы» миҙалын тапшырҙы.

«Өфө хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы алдында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төрлө өлкәләрҙәге белгестәрҙе тәбрикләне. Улар араһында ауыл хужалығы, төҙөлөш, сәнғәт, нефть сәнәғәте, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар бар ине.

Республика етәксеһе 40 кешегә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр республика мәнфәғәте өсөн эшләп бай тәжрибә туплаған шәхестәр.

Әлбиттә, Өфөнөң ил алдындағы ҡаҙаныштары уҙған быуат дәүере менән генә сикләнмәй. Радий Хәбиров Башҡортостан бөгөн дә ил өсөн намыҫлы хеҙмәт иткән алдынғы төбәктәрҙең береһе иҫәпләнә тип белдерҙе.

1 май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Ул хеҙмәттәшлеккә, эш кешеһенә ҡарата оло хөрмәт менән һуғарылған көндәрҙең береһе. Был көн рәсми рәүештә 86 илдә байрам булараҡ билдәләнә.

Флорида Ким