Ҡунаҡҡоловтар баш ҡалала ҡунаҡта

Быға тиклем «Яңылыҡтар» сығарылышы эфирҙарында ағалы-ҡустылы Фәиз, Рафиҡ һәм Рәфис Ҡунаҡҡоловтар яҙмышы менән таныштырғайныҡ. Нәҫелдән күскән сиргә бәйле инвалидлыҡҡа дусар булып, уңайлыҡтары булмаған шарттарҙа йәшәгән егеттәрҙең тормошо ике йыл эсендә ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Журналистар, эшҡыуарҙар, хөкүмәт вәкилдәре, ауылдаштары ярҙамында байтаҡ проблемаларҙың осона сыҡҡан Ҡунаҡҡоловтар май байрамы алдынан баш ҡаланың иҫтәлекле урындарын күрҙе, спектакль ҡараны, гармунлы булды. Уларҙың Өфөгә сәфәрен БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова күҙәтте.

Сәнғәт һөйөүсе, йыр-моңға маһир Ҡунаҡҡоловтарҙың музыка ҡоралдары коллекцияһы «Чайка» гармуны менән тулыланды. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес Исмәғилевтың ҡулынан ҙур бүләк алыу егеттәр өсөн айырым мәртәбә. Ҡунаҡҡоловтарҙың иң олоһо Фәиздең бармаҡтары гармун төймәләрен барлай башланы. Әйткәндәй, гармун Рәйес Абдрахман улының ағалы-ҡустылы бер туғандарға тәүге бүләге түгел.

Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәүсе Ҡунаҡҡоловтарҙы киң тамашасыға беҙҙең телеканалдың махсус хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова таныштырғайны. 2021 йылдың көҙөндә зәңгәр экрандарға сыҡҡан репортаждан һуң төрлө яҡлап ярҙам итергә теләүселәр барлығы асыҡлана. Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы Ҡунаҡҡоловтарҙы бер туғанылай күреп ағалы-ҡустыларҙың тормош шарттарын яҡшыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Эште атҡарып сығырға инвалидтарҙың ауылдаштары ла, эшҡыуарҙар, хөкүмәт вәкилдәре, телевизор ҡараусылар ҙа ҡушыла.

Ҡунаҡҡоловтарҙың тағы бер хыялы тормошҡа ашты. Алыҫ аранан баш ҡалаға килеү улар өсөн ябай мәсьәлә түгел, а инде инвалид коляскаһында ултырыусыларға сәфәр ойоштороу икеләтә яуаплылыҡ. Ләкин теләк көслө булғанда ҡыйынлыктар бер ни тормай. Ҡунаҡҡоловтарға һәм уларҙы оҙатып барыусы Идиә менән Зиннур Ғәлимовтарға Өфөнөң иҫтәлекле урындары буйлап экскурсия ойошторолдо. Гел өйҙә генә ултырған егеттәргә быға тиклем фото һәм видеоларҙа ғына күргән Салауат Юлаев майҙаны, «Ете ҡыҙ» фонтаны, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле һәм Башҡортостандың Милли музейы экспонаттарын үҙ күҙҙәрең менән күреү насип булды. Сәнғәт һөйөүсе ағалы-ҡустылы бер туғандар Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында күрһәтелгән «Бәхет хаҡы» спектаклен дә ҡараны.

Оло йөрәле кешеләр генә сит проблемаларҙы үҙенекеләй ҡабул итә ала. Тормош бит бер көндән генә тормай. Изгелек эшләгәндә уның рәхмәте икеләтә әйләнеп ҡайтыр, тигән халыҡ. Ағалы-ҡустылы Ҡунаҡҡоловтарға ярҙам күрһәтеү ошо хаҡлыҡтың бер сағылышы.

Әлфинә Килдейәрова