Республика профсоюздары Яҙ һәм хеҙмәт байрамы - хеҙмәтсәндәрҙең теләктәшлек көнөнә арналған автоуҙышҡа сыҡты. Автоколонналағы 20 машина һәм ҡырҡтан ашыу кеше биш көн эсендә республика төбәктәре буйлап үтәсәк. Сараның әһәмиәте тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Ҡала урамдары тығындарҙан ял итә, күпселек был көндө ауылда, баҡсаларында, йә тәбиғәттә уҙғарһа, улар автоуҙышҡа сыға. Хеҙмәтсәндәр ойошмалары ағзалары Профсоюздар йорто алдына йыйылды.
Башҡорт дәүләт аграр университетында йәштәр советы әүҙем эшләй. Агросәнәғәт комплексы һәм вуз араһында йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү тураһында килешеү төҙөлгән. Университет партаһы артындағы һәр студент үҙенең киләсәктә ҡайҙа эшләйәсәген белә.
Профсоюз атрибутикаһы, лозунгылар һәм флагтар менән биҙәлгән автоколонна баш ҡала урамдары буйлап үтте. Акцияның маҡсаты профсоюздар федерацияһы мөрәжәғәте тураһында фекер алышыу, Башҡортостанда социаль партнерлыҡтың 30 йыллығы уңайынан көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү.
Автоколонна «Хеҙмәт ҡаһарманлығы» стелаһы эргәһенә туҡтаны һәм иҫтәлекле урында уҙған байрам тантанаһында ҡатнашты. Утыҙ йыл беренсел профсоюздар ойошмалары рәйесе һәм ун йылдан ашыу дәүләт учреждениелары рескомын етәкләгән Рәшит Харрасов Радий Хәбиров ҡулынан дәүләт наградаһы алды.
Республиканың беренсел профсоюздар ойошмаларында 28 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Хеҙмәт кешеһенең хоҡуҡтарын яҡлау, берләштереү маҡсаты тормошҡа ашырыла.
Башҡортостан Башлығы хеҙмәтсәндәр ойошмалары вәкилдәре менән аралашып уларға хәйерле юл теләне.
Рәмилә Исмәғилева