Ике аҙна ялдан һуң ир-егеттәр бөгөн махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Яугирҙарҙы оҙатырға яҡындары, туғандары, хөкүмәт вәкилдәре йыйылды. Мобилизация буйынса хәрби бурысын үтәүселәрҙе «Өфө арена» майҙаны алдында Башҡортостан Башлығы, республика халҡы исеменән Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сәләмләне. «Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, Ватан алдында бурысығыҙҙы үтәгәндә тыныс булығыҙ, ғаиләләрегеҙгә тейешле ярҙам күрһәтеләсәк» тине Ирек Сәғитов.

Тантананың рәсми өлөшөнән һуң яугирҙар һәм уларҙың яҡындары Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары менән яҡындан аралашты, борсоған һорауҙарына яуап алды. Хәрбиҙәр махсус хәрби операция биләмәһенә республика тарафынан бүленгән автобустарҙа юлланды. Был транспортта кире йүнәлештә йәнә бер төркөм ир-егеттәр ялға ҡайтасаҡ.