МХО-ла ҡатнашыусы хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итергә теләүсе эшҡыуарҙар, йүнселдәр арта

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итергә теләүсе эшҡыуарҙар, йүнселдәр арта. Баш ҡаланың матурлыҡ салондарының береһе ғаилә башлыҡтарын махсус хәрби операцияға оҙатҡан гүзәл заттар өсөн акция ойошторған.

Һәр дүшәмбе хәрбиҙәрҙең ҡатындары, балалары, ата-әсәләре өсөн салонда сәс ҡырҡыу, маникюр хеҙмәте бушлай башҡарыла. Бер ай дауам иткән акция ир-егеттәрҙең яҡындарына тормош мәшәҡәттәренән, хафалы уйҙарҙан бер аҙ арынырға ярҙам итер тигән фекерҙә ойоштороусылар. Бушлай хеҙмәт алыу өсөн салонға алдан яҙылыу шарт.