Бөйөк Ватан һуғышында Ғафури районынан ун өс меңдән ашыу ир-егет ҡатнашҡан, уларҙың яртыһы фронт һыҙығында башын һалған. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡандарының да сафы йылдан-йыл һирәгәйеп, ике ветеранға ҡалған. Сал сәсле яугирҙарҙың береһе - 1942 йылда Ватан һағына баҫып, Ҡыҙыл Армия сафын тулыландыған Ғәбдрәхим Саттар улы Садиҡов менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Ғәбдрәхим Садиҡов һалдат кеүек төҙ баҫып, команданы тиҙ генә үтәй ҙә һалды. Күкрәгендәге миҙалдар сыңы өйгә Еңеү ауазы булып яңғыраны. 99 йәшен тултырған ветеран һуғыш йылдарын яҡшы хәтерләй. 1942 йылда фронтҡа үҙ теләге менән барған, дошманға ҡаршы алыштарҙа алғы һыҙыҡта булған.
Ғабдрахим Саттар улының миҙалдарын һанап бөтөрлөк түгел. Һуғыш яланында «Катюша»ның ағаһы» - «Андрюша» тип аталған хәрби машина менән оҫта эш иткән. Еңеү ҡоралынан алты саҡрым алыҫлыҡтан атып булған, һәр снаряд 92 кг ауырлыҡта булған.
Яугир 1947 йылда ғына тыуған яғы - Ғафури районына ҡайта. Башта Яңы Зәйеттә ағас эше оҫтаһы булһа, артабан сирек быуаттан ашыу Красноусолда коммуналь хужалыҡ өлкәһендә хеҙмәт итә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, әүҙем йәмәғәт эше алып барған, белем усаҡтарында ойошторолған ҡаһарманлыҡ дәрестәрендә ҡатнашҡан. Йәшел пилоткаһы һәр ваҡыт ҡул аҫтында. Сираттағы Еңеү көнөн дә ветеран яҡшы кәйефтә, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре менән бергә ҡаршылаясаҡ.
Еңеү көнө Ғәбдрәхим Садиҡовтың йорто алдында илһөйәрлек менән һуғарылған концерт көтөлә. Ветеран өсөн көтөп алынған ваҡиға. Оло хөрмәт билдәһе.
Ғәбдрәхим Саттар улы үҙен бәхетле тип иҫәпләй. Ғаиләһе ҙур, һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Һуғышта сыныҡҡан күңел бирешергә бер ҙә теләмәй, киләһе йыл бер быуатлыҡ юбилейҙы ҡаршылап, тормоштан ҡыуаныс табып йәшәү маҡсатын ҡуйған.
Гөлназ Хәйбуллина