Бөрөнөң Үҙәк майҙанында билдәле рок-музыкант Виктор Цойҙың йырына бейеү флешмобы уҙҙы

Мәктәп уҡыусылары, студенттар ҡатнашҡан сағыу тамаша Яҙ һәм хеҙмәт байрамына арналды. Йәштәр ҡулындағы ҡыҙыл һауыттар популяр йырҙың ҡан тамсыларын символлаштырҙы. Акцияла 289 кеше бейене.

Майҙанға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа саҡырылғайны. Флешмоб Ватан һағына баҫҡан яҡташтарыбыҙға - рәхмәт булып яңғыраны. Күләмле байрам сараһы сиктәрендә ҡаланың ун ике предприятиеһы һәм мәғариф учреждениелары коллективтары колонналарҙа үтте. Уларҙың һәр береһенең ҡаҙаныштары билдәләнде.