Саҡмағош районында яҙғы сәсеү эштәре тамамланыу алдында

Төбәктә 60 200 гектар майҙанда бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, кукуруз, бер йыллыҡ үләндәр сәселә. Быйыл хужалыҡтар техник культуралар майҙанын киңәйтергә ҡарар иткән. Баҫыу батырҙары менән БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова осрашты.

Кукуруз бөртөктәре ҡоротҡостарҙан эшкәртелгән, шуға ғәҙәттәгесә һары түгел, алһыу төҫтә. Хужалыҡ эшсәндәренә ҡыҙыу эш мәлендә тәүлегенә 150 гектар майҙанды эшкәртеп, 12-14 сәғәт эшләргә тура килә. Орлоҡтар сифатлы, техника шәп, һауа торошо ла ҡыуандыра ти тракторсы Александр Степанов.

Быйыл сәсеү эштәрен иртәрәк башланыҡ, ер йомшаҡ, уҙған йылдар менән сағыштырғанда күпкә яҡшы. Трактор ҙа шәп, бар эш автоматлаштырылған.

Александр Степанов, «Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативы тракторсыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре

«Базы» ауыл хужалығы предприятиеһы районда тәүгеләрҙән булып баҫыу эштәренә төшкән. Быйыл хужалыҡ техник культураларҙы күберәк сәсергә ниәтләй.

Әле Саҡмағош районы баҫыуҙарында 50-нән ашыу сәсеү агрегаты эшләй. Хужалыҡтар орлоҡтарҙы, яғыулыҡ-майлау материалдарын етерлек күләмдә хәстәрләгән.

«Заря» ауыл хужалығы етештереү кооперативында бөртөклө культуралыр ултыртылған, әле баҫыуҙарҙа көнбағыш менән кукуруз сәселә. Баш агроном Азат Ғайсин баҫыу эшен улы Камилға өйрәтә. Агрономдың атаһы, ике ағаһы ла ошо тармаҡ белгестәре.

Саҡмағош районында быйыл ярауай культуралар өсөн 60 мең гектар ер бүленгән. Әле билдәләнгән эштең өстән ике өлөшө башҡарылған. Һауа торошо ла ике сменала эшләү мөмкинлеген бирә.

Быйыл иртә килгән яҙ аграрийҙар өсөн артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмаған. Хужалыҡтар сәсеүҙе ваҡытында тамамларға иҫәп тота. Артабан мул уңыш алыр өсөн ямғырҙар көтәбеҙ, ти ер эшселәре.

Лилиә Мәҡсүтова,