Әле бинала «Белем биреү системаһын яңыртыу» федераль программаһына ярашлы капиталь ремонт бара. Йылытыу системаһы, торбалар, тәҙрәләр алмаштырыла, стеналарҙы штукатурлау өсөн әҙерлек бара. Проектҡа ярашлы, 1991 йылда төҙөлгән белем усағында өҫтәмә санузелдар төҙөү ҡаралған. Социаль объектты 15 августҡа сафҡа индереү бурысы ҡуйылған. Капиталь ремонт барышында мәктәптең 200 уҡыусыһы өсөн дәрестәр балалар баҡсаһы менән мәҙәниәт йорто кабинеттарында үтә.