100 йәшен тултырған фронтовикка шәхси парад. Өфөлә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Кашаф Сәмиғуллин йәшәгән йорт алдында хәрби колонна үтте, концерт номерҙары күрһәтелде. Шулай уҡ бер быуатлыҡ тыуған көнөн билдәләгән ветеранға Өфөнөң Почетлы гражданины исеме бирелде. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Түшендә орден-миҙалдарын сыңлатып, утты-һыуҙы үтеп сыныҡҡан Кашаф Сәмиғуллин һәр ваҡыттағыса хәрбиҙәрсә сәләмләп ҡаршы алды. Бөгөн бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән сал сәсле ветеранды ҡотларға тип ул йәшәгән йорт ихатаһына халыҡ йыйылды.
Йәшләй генә ата-әсәһеҙ ҡалған Кашаф Әғлетдин улы туғандары тәрбиәһендә үҫә. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Боғорослан педагогия училищеһына уҡырға инә, өлкән пионервожатый булып эшләп тә өлгөрә. Ләкин беҙҙең геройға уҡытыусы булырға яҙмай. Кашаф Сәмиғуллиндың йәшлеге ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Барлыҡ комсомолсылар кеүек үк, военкоматҡа килеп фронтҡа ебәреүҙәрен һорай. 1942 йылдың майында ул Калинин фронтына саҡыртыла, унда пулеметсылар расчетын етәкләй. Түш кеҫәһендә ятҡан Ҡыҙыл армеец кенәгәһе, көҙгө һәм комсомол билеты уны пулянан ҡотҡара. Кашаф Әғлетдин улы миллиондан ашыу совет һалдатын һәләк иткән Ржев һуғышында илебеҙҙе дошмандарҙан азат итеүҙә ҡатнаша.
Кашаф Сәмиғуллин Башҡортостанға 1947 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Оҙаҡ йылдар разведкала хеҙмәт итә, ил именлеге һағында тора. Кесе лейтенанттан полковник дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, 20 йылдан ашыу Федераль именлек хеҙмәте идаралығының Ветерандар советында яуаплы секретарь вазифаһында эшләй.
Йорт алдында парад ойоштороу яҡшы йолаға әйләнде. Сарала Ил Президенты Владимир Путин, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Өфө ҡала хакимиәте етәксеһе Ратмир Мәүливтың ҡотлау хаттары уҡып ишеттерелде. Изге теләк, йылы һүҙ һәм гөлләмәләргә күмелгән ветеран йәштәргә кәңәштәрен дә бирҙе.
Йөҙйәшәр ветеран 42 хөкүмәт һәм 34 ведомство наградаларына эйә, улар араһында «Ҡыҙыл Йондоҙ», 2-се дәрәжә «Ватан һуғышы», «Дуҫлыҡ» ордендары ла бар. Кашаф Сәмиғуллин әйтеүенсә, иң мөһиме - йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү. Совет һалдатының батырлығы онотолоға тейеш түгел! Ә оҙон ғүмерле булыуҙың сере - һәр саҡ хәрәкәттә булыу һәм изге маҡсаттар менән янып йәшәүҙә, ти ветеран.
Әлфинә Килдейәрова