«Мостай Кәрим» круиз лайнеры Түбәнге Новгородтан бөгөн Ағиҙел буйлап Өфөгә килде

Башҡортостандың халыҡ шағиры, легендар шәхес исемен йөрөткән һыу судноһы менән республикаға туристар килде. «Йылға- диңгеҙ» класындағы теплоход сәғәтенә 22 саҡрым менән йөҙә, оҙонлоғо 141 метр, киңлеге 16 метрҙан ашыу. Ҙур һыу судноһы буйлап экскурсияла БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева булды.

Ҙур лайнер Өфөгә тиклем етә алһын өсөн йылғала һыу кимәлен күтәрергә тура килгән. Иҫтәлекле ваҡиға менән төбәктә йылға навигацияһы асылды.

Тантанала министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, йылға флоты ветерандары , эске һыу транспорты һәм һыу суднолары компаниялары етәкселәре ҡатнашты.

«Дуҫлыҡ монументы» эргәһенә йыйылыусылар ошо уңайҙан һауала Первушин самолеттары авиашоуы шаһиты булды.

Бөтә донъяға билдәле Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен йөрөткән теплоход заманса йыһазландырылған «йылға-диңгеҙ» класындағы ҡунаҡхана. Ул Диңгеҙ Инженер бюроһы тарафынан проектланған һәм Түбәнге Новгородта «Ҡыҙыл Сормово» верфинда төҙөлгән. 2019 йылда һыуға төшөрөлгән.

Туристар иркен каюталарҙа сәйәхәт итә, Мостай Кәримдең портреттары һәм китаптары менән бүлмәләр бар. Ял итеүселәр «Ирәмәл» һәм «Ағиҙел» тип аталған ресторандарҙа туҡлана. Йылға судноһын Башҡортостанда тыуып үҫкән капитан йөрөтә.

Ял итергә килеүселәр өсөн бай программа әҙерләнгән. Өфөлә улар Мостай Кәримдең «Ярлыҡау» повесы буйынса төшөрөлгән кинофильмды ҡараясаҡ.

Туристар шулай уҡ «Александр Пушкин» һәм «Башҡортостан» теплоходтары менән килгән. 14 майға тиклем Өфө йылға порты ҡалаһына әйләнә- тағы тиҫтәләп круиз лайнерҙары, мәҫәлән «Михаил Кутузов», «Сергей Есенин» һәм башҡа һыу суднолары «Дуҫлыҡ Монументы» тәңгәленә туҡтаясаҡ.

Рәмилә Исмәғилева