Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 22 һәм 23 майҙа мәктәптәрҙә "Һуңғы ҡыңғырау" байрамы уҙғарыла. 23 һәм 24 июндә сығарылыш кисәләре үтә. Илдә коронавирус буйынса сикләүҙәр бөтөрөлдө, шуға бөтә сараларҙы ғәҙәти тәртиптә уҙғарырға мөмкин. Был көндәрҙә кибеттәрҙә хәмер һатыу сикләнә.