Автоинспекторҙар юлдарҙа хәрәкәт барышында ҡаршы һыҙатҡа сығыу тәртибе үтәлешенә иғтибарҙы арттыра

Республикала 6 майға тиклем профилактик операция уҙғарыла. Быйыл ғына юлда ҡаршыға сығып 45 авария булған. Уларҙа 18 кешенең ғүмере өҙөлгән, 78 кеше йәрәхәттәр алған. Тыйылған урында ҡаршыға сыҡҡан өсөн 5 мең һум штраф ҡаралған, водитель танытмаһын тартып та алыуҙары мөмкин.