"Урал” гәзите призына эстафета үтте

Белорет районының Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында ижтимағи-сәйәси баҫма еңел атлетика буйынса ярыш ойошторҙо. Спорт байрамында ҡала, район уҡыу йорттары, ойошма һәм предприятие командалары ҡатнашты. "Сараның маҡсаты - сәләмәт йәшәү һәм берҙәмлек”, ти гәзиттең баш мөхәррире Сатура Минһажетдинова.